Среда, 24.04.2024, 14:24
Вы вошли как Гость | Группа "Гости"Приветствую Вас

Гость | RSS

Сайт школы №1 села Буздяк  Мы и пресса



Меню сайта
Форма входа
Календарь
«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930
Поиск
Статистика
Besucherzahler kiev ukraine women
счетчик посещений
счетчик посещений
Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү

Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү

     Башҡортостан уҡытыусыһы, №8, 2010

З.Р. Мостафина, Бүздәк ауылы 1-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

XXI быуат – яңы информацион технологиялар һәм мәғариф өлкәһендә ҙур мөмкинлектәр тыуҙырған заман. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыуға яңыса ижади ҡараш, уңышлы алымдар ҡулланыуҙы, дәресте заманса, фәнни, ҡыҙыҡлы итеп ойоштороуҙы талап итә.

Халыҡ традицияларына, халыҡ аҡылына таянып, яңы үҫештәргә, яңы асыштарға ынтылыу, үҙебеҙҙең профессиональ һәләтебеҙҙе үҫтереү өҫтөндә бер туҡтауһыҙ эшләү, заман менән бергә атлап, хатта алдараҡ  та барыу - беҙҙең төп бурысыбыҙ.

Заман талаптарына яуап бирерлек сифатлы уҡытыу – мәктәптең иң мөһим бурысы. Педагогик күҙлектән ҡарағанда, ул белемдәрҙең билдәле бер йыйылмаһын үҙләштереүгә генә түгел, шәхес үҫешенә лә ҡайтып ҡала. Уҡыусыларыбыҙ белемле, патриотик рухлы шәхес булып үҫһен өсөн мин үҙемә шундай бурыстар ҡуям:

o           һәр балала айырым шәхесте күрә белеү;

o           уҡыусынының белем алыуға эҙләнеүҙәр аша килеүен тәьмин итеү;

o           балала үҙ көсөнә, үҙҙенә ышаныс тәрбиәләү;

o           уҡыусыға үҙ аллы эшләү, шәхесен үҫтереү өсөн мәктәптә шарттар булдырыу;

Бөгөнгө уҡытыусы бөтә яҡлап та үҫешкән, заман менән бергә атлаусы, яңынан-яңы алымдар, информацион технологияларҙы ҡуллана белеүсе шәхес булырға тейеш. Информацион технологиялар телде әйрәнеүҙә ҡыҙыҡлы һәм фәһемле метод булып тора. Электрон дәреслектәр, һүҙлектәр, презентациялар, слайдтар  ҡулланыу уҡыусыларҙың  телмәрен байыҡтыра, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, матур тәбиғәте менән таныштырыу өсөн бигерәк тә отошло.

Беҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, балаларҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтен, туған телде өйрәнергә, уны яратырға, ҡәҙерләргә теләк булдырырға бурыслы. Сөнки мәктәпте тамамлаусылар үҙенең шәжәрәһен белгән, халыҡ йолаларын хөрмәт иткән шәхес булырға тейеш. Шуның өсөн мин дәрестәремде эффектлы, методик яҡтан дөрөҫ нигеҙләнгән итеп төрлө формаларҙа ойошторорға тырышам.

Баланың ижади һәләтен бәләкәйҙән асыу һәм үҫтереү  -  үҙҙеңә ышанған, тирә-яҡтағы кешеләрҙе хөрмәт иткән, тыуған илен яратҡан, үҙ юлын булдырырға ынтылған шәхес тәрбиәләү тигән һүҙ ул.

Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү мәсьәләһе мине үҙенең актуаллеге менән йәлеп итте һәм ҡыҙыҡһыныу уятты. Баланың һәләтен асыу – күп яҡлы һәм ҡатмарлы эш. Ул төплө әҙерлек, алдан планлаштырыуҙы һәм системалы эш алып барыуҙы талап итә. Ижади һәләтте үҫтереүҙең йөкмәткеһе киң. Был эш дәрестең һәр этабында дауам итә. Уҡытыусы баланың һәр фекерен ихтирам итеп, уны тыңларға, йүнәлеш бирергә һәм үҫтерергә тейеш. Шулай уҡ баланың хыялына юл  асырлыҡ ситуациялар булдырыу ҙа бик мөһим.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һүҙлек эшенә иғтибар итеү балаларҙа һүҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра һәм уның бәҫен, ҡәҙерен аңлауға килтерә. Уҡылған әҫәрҙәргә иллюстрациялар яһау, ролдәргә бүлеп уҡыу, шиғырҙарҙы тасуири итеп ятлау, ирекле темаға ижади иншалар яҙыу һәм башҡа эштәр уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙә ҙур роль уйнай.

Дәрестәрҙә республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәренең тормошо,  яҡташ яҙыусыларҙың ижадын өйрәнеүгә айырым туҡталғым килә. Сөнки ул төрлө яҡлап та отошло. Беренсенән, күренекле шәхестәр йәш быуын күңелендә үҙ тыуған яғы, уның күренекле шәхестәре менән ғорурланыу тойғоһо уята. Икенсенән, шәхестәр миҫалында балаларҙа маҡсатҡа ынтылыш, яуаплылыҡ кеүек ыңғай сифаттар тәрбиәләнә. Өсөнсөнән, был бай материал балаларға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүгә булышлыҡ итә. Дүртенсенән, арҙаҡлы шәхестәр һәм яҙыусылар менән осрашҡанда, балалар әңгәмәләшеү серҙәренә өйрәнә. Яҙыусыларҙың тормошо һәм ижады тураһында рефераттар, альбомдар һәм стендтар эшләйҙәр.

Дәрестәремдә йыш ҡына сәнғәт әҫәрҙәренә мөрәжәғәт итәм, сөнки халыҡтың йыр-моң мираҫыул бала күңелендә рух осҡондары тоҡандыра. Милли көйҙәребеҙ, йырҙарыбыҙбалаларға оло ҡыуаныс, рухи ләззәт, илһам бирә Районда үткәрелгән бөтә бәйгеләрҙә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларында ла уҡыусылар әүҙем ҡатнашалар һәм призлы урындар яулайҙар. Уҡыусыларҙың был уңыштары осраҡлы түгел.  Ошо йүнәлештә тәрбиәләнгән уҡыусыларым Тыуған илебеҙгә, халҡыбыҙға изге эштәр генә ҡылырҙар, үҙ төйәгенең ҡәҙерен белерҙәр һәм тормошта үҙ урындарын табырҙар, тип ышанам.


Copyright MyCorp © 2024
Создать бесплатный сайт с uCoz